Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2023, 14:34

"Ағиҙел " артистары

Тәкә һөҙгән Йылҡыбаева –Хәлфитдинованы, радикулит менән йонсоған Яруллин – Үтәбайҙы, тәмәжник Миңнебаев- Әбүзәрҙе, кантура начальнигы Луиза Кирееваны һәм ҙур ҡорһаҡлы бухгалтер Шаһибәрәков – Мөнирҙе күргегеҙ, ишеткегеҙ киләме? Килә, әлбиттә. Улайһа, “Китап-байрам”ға килегеҙ. Иртәгә “Ағиҙел”дәр унда “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығына презентация үткәрәсәк. Китаптарҙы күрерһегеҙ, китаптарҙы төҙөүселәр менән күрешерһегеҙ, авторҙары менән һөйләшерһегеҙ. Беҙҙең тирмә-йәйләү Шайморатов менән Аҡмулла һәйкәлдәре араһында урынлашҡан, шунда үтәсәк сара. Башына “ГУП РБ издательский дом “Республика Башкортостан” тигән ат башындай   яҙыуҙы күрһәгеҙ, туҡтағыҙ ҙа ауыҙығыҙҙы асып тамаша ҡылығыҙ. И всю. Ә ҡасан? – тип һорайһығыҙ икән, ишетмәй торам. Иртәгә 26 май 13-15 сәғәттәр араһында шунда мәж киләсәкбеҙ. Беҙҙең программа һәм “Аҡмулла арбаһы” проекты шәп булғас, 28 майҙа тағы ла сәхнәгә сығырһығыҙ әле тигәстәре, баш тартманыҡ инде. 14-15  сәғәттәрҙә  Аҡмулла һәйкәле янындағы сәхнәлә баяғы “арба”ға ултырып елдермәксебеҙ. Килегеҙ! Ишеү, китап уҡырға онотмағыҙ!

Читайте нас: