Улар араһында «Мәғариф», «Этерна», «Альма-матер» кеүек Мәскәү предприятиелары ла, шулай уҡ Дағстан, Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Татарстан, Санкт-Петербург төбәктәренән бихисап дәүләт һәм шәхси нәшриәттәр ҙә бар. Яҡын сит илдәрҙә – Белоруссия, Абхазия, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстанда нәшер ителгән китаптарҙы һатып алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Уҡыусыларҙы, һис шикһеҙ, Өфө нәшриәттәре ҡыуандырасаҡ. Мотлаҡ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң күргәҙмәһен ҡарарға саҡырабыҙ.