Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 16:09

«Уҡыйбыҙ ҙа, ашайбыҙ ҙа»

Йәрминкә барышында бөтә майҙансыҡтарҙа ла төрлө конкурстар, әҙәби осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үтә, балалар майҙансыҡтары һәм йәштәр биләмәләре ойошторола.

«Уҡыйбыҙ ҙа, ашайбыҙ ҙа»
«Уҡыйбыҙ ҙа, ашайбыҙ ҙа»

 «Китап уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ» гастрономияһы биләмәһендә илдең танылған кулинарҙары ризыҡ әҙерләү серҙәрен аса.  Мәҫәлән, кондитер эше буйынса китаптар авторы Елена Сучкова эремсектән дүңгәләктәр һәм бриошь-күмәстәр әҙерләргә өйрәтәсәк, барбекю буйынса эксперт Николай Баратов тандырҙа итте нисек дөрөҫ бешерергә өйрәтәсәк, ә ураҙа һәм монастырь аш-һыуы буйынса белгес Олег Ольхов рус аш-һыуының онотолған рецептары тураһында һөйләйәсәк, билдәле блогер Хәким Ғәниев үзбәк былауын тәҡдим итәсәк.

Ашарға яратҡан һәм бер үк ваҡытта һаулығы тураһында ҡайғыртҡан кешеләргә сәләмәт туҡланыу тураһында доктор Регина менән осрашыуҙан баш тартмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Уның «Нисек тиҙ, хәүефһеҙ һәм бөтөнләйгә ауырлыҡты кәметергә» лекцияһы йомала, 26 майҙа, 17.00 сәғәттә Совет майҙанында үтә.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: