Уның исем туйы көндөҙ, 12.30 сәғәттә, Аҡмулла сәхнәһендә уҙа.
Карта – тиҫтәләгән оҫталарҙың, рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың үҙенсәлекле ижад емеше. Ул республиканың 54 районы сағылған 1,5 х 2 метрлыҡ ҙурлыҡтағы туҡыманан ғибәрәт. Оҫтабикәләр төрлө сигеү техникаһын ҡулланған, карта ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын һәм көмөш ептәр менән биҙәлгән. Ул күп милләтле Башҡортостандың берҙәмлеген, уның бай мәҙәни мираҫын, хеҙмәттә һәм сәнғәттә берләшә алыуын асыҡ күрһәтә. Карта республика Башлығы грантына эшләнгән.