Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 16:02

Байрам йондоҙҙары

«Китап байрамы» уҙғарылған көндәрҙә Өфөлә бик күп йондоҙҙарҙы осратырға мөмкин буласаҡ.

Байрам йондоҙҙары
Байрам йондоҙҙары

Улар – танылған яҙыусылар, актерҙар, музыканттар, сәйәсмәндәр. Йома көнө, 26 майҙа, көндөҙгө сәғәт 2-лә Совет майҙанында уҡыусылар детектив романдар авторы, сценарий яҙыу оҫтаһы, телевидение алып барыусыһы Татьяна Устинова менән осраша ала. Уның коллегаһы Дарья Донцова шәмбелә, 27 майҙа, көндөҙгө сәғәт 3-тә китап яратыусылар менән «Илһам, мөхәббәт, тәрбиә тураһында» һөйләшеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ шәмбе көнө 19.00 сәғәттә билдәле психолог һәм китаптар авторы Михаил Лабковский «Бәхет хаҡында ҙур һөйләшеү» уҙғара. Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы, Рәсәй тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Владимир Мединский «Тыуған яҡ тарихын уҡытыуҙы ойоштороу» исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша.

Өс көн дауамында йәрминкәнең төп сәхнәһендә 17.00 сәғәттә «Йондоҙҙар менән уҡыуҙар» уҙа. Актерҙар Дарья Мороз, Даниил Спиваковский һәм Дмитрий Дюжев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектаклдәр тәҡдим итәсәк.

Был көндәрҙә Өфөлә бөтә донъяға билдәле пианист Денис Мацуевтың концерты үтәсәк. «Китап-байрам»да уның хаҡында «Жизнь на Crescendo» китабын тәҡдим итәсәктәр,  авторы – Сергей Бирюков.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: