Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2023, 12:21

Киләһе йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыласаҡ

Премияның күләме 1 млн һум тәшкил итәсәк. 

Киләһе йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыласаҡ
Киләһе йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыласаҡ

Әҙәбиәт, архитектура һәм сәнғәт өлкәләрендә тапшырылған Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының положениеһына үҙгәрештәр индерелде. Республика башлығының 18 май ҡарарына яраҡлы, был премия йыл һайын тапшырыла башлаясаҡ. Уның күләме лә арта: 1 млн һум. Быға тиклем ике йылға бер тапҡыр тапшырыла ине. 

Премияның комиссия составына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт университеты ректоры Илмар Әлмөхәмәтов, Яҙыусылар Союзы председателе Айгиз Баймөхәмәтов, Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитектура кафедраһы профессоры Константин Донгузов ингән. 

Былтыр был премияға "Шүлгән-Таш" тарихи-мәҙәни музей комплексы өсөн Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов, Гөлфиә Тажитдинова, "Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре" проекты өсөн Артур Нәзиуллин һәм Дмитрий Крюков, "Салауат вариҫтары сигенмәй" спектакле өсөн Зөһрә Бураҡаева, Артур Кәбиров һәм Рәйес Низаметдинов лайыҡ булғайны. 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: