Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2023, 14:49

Башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен белорус теленә тәржемә итергә ниәтләйҙәр

Был хаҡта Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен белорус теленә тәржемә итергә ниәтләйҙәр
Башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен белорус теленә тәржемә итергә ниәтләйҙәр

Министрҙың һүҙҙәре буйынса, уларҙың араһында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре лә бар. Башҡорт уҡыусыһы иһә, үҙ сиратында Василий Быков, Янка Купала кеүек белорус яҙыусыларын башҡортса уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Шулай уҡ Өфөлә 26-28 июндә уҙасаҡ Рәсәй һәм Белорусь Республикаһы төбәктәре X форумы сиктәрендә белорус һәм башҡорт яҙыусылар союздары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөйәсәк.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: