Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2023, 17:41

Тыуған йорттоң йылыһы

“Атайсал – яҡташлыҡ көсө” республика фестивале сиктәрендә “Тыуған йорттоң йылыһы” тип аталған түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.

Бөгөн Өфөлә “Тыуған йорттоң йылыһы” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала ҡатнашыусылар “тыуған йорт” һүҙенең сакраль мәғәнәһе, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтендә биләгән урыны тураһында һүҙ алып барҙы. Шулай уҡ сара барышында Тирмәне – ваҡыт капусалһын тапшырыу церемонияһы ла уҙғарылды.

- Тыуған йорт – һәр кем өсөн ҡәҙерле һүҙ. Юҡҡа ғына үҙ өйөндә бәхетле кеше генә ысынлап та бәхетле, тип әйтмәйҙәр. Төрлө халыҡтар тыуған өй, атай нигеҙе тураһында төрлөсә ҡарашта. Әммә күптәр өсөн был төшөнсә сакраль мәғәнәгә эйә, - тип белдерҙе БР Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

 

Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре сығыш яһаны. Баймаҡ районынан Ильяс Ишбулатов тыуған йорттоң башҡорт ғаилә-көнкүреш йолаларындағы урыны хаҡында бәйән итһә, Краснокама районынан Анастасия Ғиниәтуллина рус аласығының үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне. Туймазынан Альберт Исмәғил руник яҙмаларға барып тоташҡан, “йорт” мәғәнәһенә эйә булған “Б” хәрефенә оҡшаш башҡорт орнаменты хаҡында сығыш яһаны. Силәбеләр өсөн ҡунаҡсыллыҡ символының нимә икәнлеген дә белделәр тыңлаусылар.

Сығыш яһаусылар араһында белорус, мордва, мари, татар, сыуаш халыҡтары исеменән сығыш яһаусылар ҙа булды.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: