Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2023, 12:31

"Ярлыҡау" повесы буйынса төшөрөлгән фильмдың презентацияһы уҙасаҡ

Мостай Кәримдең билдәле әҫәре буйынса фильмды режиссер Айнур Асҡаров төшөргән. 

"Ярлыҡау" повесы буйынса төшөрөлгән фильмдың презентацияһы уҙасаҡ
"Ярлыҡау" повесы буйынса төшөрөлгән фильмдың презентацияһы уҙасаҡ

2 майҙа фильмды Өфөләге «Синема Парк Галерея Арт» кинотеатрында махсус күрһәтәсәктәр. Ә 4 майҙа ул Бөтә Рәсәй прокатына сығасаҡ. 

"Ярлыҡау" картинаһы 45-се Халыҡ-ара Мәскәү кинофестиваленең "Рус премьералары" конкурсының программаһына инде. 

- "Ярлыҡау" - Мостай Кәримдең үҙе аша үткәреп яҙған әҫәре. Ул уны һуғыштан һуң 40 йыл самаһы үҙендә йөрөткән, - тип һөйләй халыҡ яҙыусыһының ейәне, фильмдың продюсеры Тимербулат Кәримов. - Мостафа Сафа улы институт скәмйәһенән фронтҡа китә, ауыр яралана. Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында ныҡ эҙ ҡалдырған ваҡиға. Күп йылдар үткәс тә ул йыш ҡына был ваҡытҡа әйләнеп ҡайта. 

Картинаны презентациялауға фильмда төп ролдәрҙе башҡарған актерҙар - Александр Новиков, Николай Ғәлләмов, Йәмилә Мөҙәрисова киләсәк. Сарала шулай уҡ режиссер Айнур Асҡаров, сценарий авторы Айҙар Аҡманов, композитор Илья Духовный, продюсер Тимербулат Кәримов һәм Михаил Курбатов та ҡатнашасаҡ. 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: