Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2023, 14:50

Семинар уҡытыусы-остаз рухына бағышланды

Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй урта мәктәбендә уҡыусыларҙың XIV ижади семинары Башҡоростандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәновтың  тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланды.

Семинар уҡытыусы-остаз рухына бағышланды
Семинар уҡытыусы-остаз рухына бағышланды

Рафаэль Мөхәмәтйәнов 1938 йылдың 24 апрелендә Арғаяш районының Бәләкәй Уҫман ауылында тыуа. 1961 йылда Суфин башланғыс мәктәбе педагогик хеҙмәт юлын башлай.  1967-2008 йылдарҙа Бәжекәй урта мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы, шул иҫәптән 18 йыл мәктәп директоры. Арғаяш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, 1989 йылдан алып Арғаяш халыҡ театрында артист, 1998 йылдан «Арғужа» гәзитендә (район  ҡушымтаһы) шеф-мөхәррир, «Таң нурҙары» әҙәби берекмә ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,  Арғаяш районының Почетлы гражданины, Рәсәй Президентының “Мәғариф” программаһы буйынса конкурста грант яулаусы.

Силәбе өлкәһендә мәктәп уҡыусыларының ижади байрамын ул башлап ебәреүсе булғанға күрә семинар-практикум аҫыл уның рухына бағышланды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова сценарийы буйынса барҙы, тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Амур Хәбибулллин сараны асты.  Уҡыусылар остазды матурлап иҫтәлекә алғас, уның  шиғырҙарын уҡынылар.

«Яҡтылыҡ кешелә ғүмере буйына яйлап асыла бара – тңүҙемле булығыҙ!»  - тип асты сараның икенсе, практик өлөшөн Ҡасма Мортазин.  Тәбиғәттең уяу мәлендә сабый күңел «бөрөләре»  шартлап япраҡ ярыр хәлдә. Һиҙгер ҡәләм оҫталары йәш дуҫтарҙың сығыштарын иғтибар менән тыңлап, һәр береһенә төплө анализ биргәндән һуң үҙ ижад серҙәре менән бүлеште.

«Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ», «Ырыҫ – тырыш ҡулында», «Ҡара тир сыҡһа, яҡшы әҫәр тыуы» - ошондай эшлекле һәм аҡыллы кәңәштәр бирҙе Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары Сәфинә Хәкимова (Магнит ҡалаһы), Рәшит Хәкимов (Арғаяш), Урал Ҡолошов (Сосновка районы).  

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская сараны серле сюрпризы менән йомғаҡланы –  «Ҡуяндар дуҫлығы» тигән өр-яңы китапсыҡ барыһы өсөн матур бүләк булды.   

Ил-йортҡа мәртәбә өҫтәп һәм сауаплы эш үрнәге итеп ижад байрамы аҙағында «Рафаэль Мөхәмәтйәнов исемендә туған тел кабинеты» асылды.

 

Ҡамса Мортазин, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: