+16 °С
Болотло
Был сараның Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә тап килеүе күңелдә икеләтә-өсләтә байрам кәйефе тыуҙырҙы. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары фойела милли кейемдә ҡурай, гармун уйнап, төрлө милләттәрҙең сағыу кейемдәрен кейгән балалар "Һаумыһығыҙ!" тип сәләмләп ҡаршыланы. Бындай саҡта йөрәк түҙәме инде, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан апай Ғарипова бейергә төшөп китте.
Ә диктантҡа килгәндә беҙгә уны гимназияның "өләсәһе", филология фәндәре докторы Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова яҙҙырҙы. Мин халҡыбыҙ яҙыусыһы Таңсулпан апайҙың янына ултырып диктант яҙҙым, моғайын, хаталарым булмағандыр. Таңсулпан апай Мостай Кәрим кабинетына күп томлығын бүләк итте.