Яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 08:25

Рәбиға Ҡудашева исемендәге миҙал тапшырылды

Тантана барышында шулай уҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ҙур наградаһы - билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләү ҙә булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәбиға Ҡудашева исемендәге миҙал тапшырылдыРәбиға Ҡудашева исемендәге миҙал тапшырылды
Рәбиға Ҡудашева исемендәге миҙал тапшырылды

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина был награданы билдәле яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВАға һәм шулай уҡ билдәле яҙыусы, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВАға тапшырҙы.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас