“Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан 24” телеканалы менән берлектә, повесть жанрын үҫтереү, йәнләндереү, төрләндереү, баһаһын күтәреү маҡсатынан һәм башҡорт әҙәбиәтенең иң күп романдар һәм повестар авторы, халҡыбыҙ яратып уҡыған әҙибе, ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНДЫҢ иҫтәлеген мәңгеләштереү теләгенән, яҙыусы исемендәге повестар конкурсы иғлан иткәйне.
Баһалама ағзалары Мөнир Ҡунафин (жюри рәйесе, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире), Уйылдан Ғәлин ("Башҡортостан 24" телеканалының директор урынбаҫары), Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Хәйҙәр Тапаҡов, Салауат Әбүзәр (проза бүлеге мөхәррире) егерменән ашыу әҫәр араһында иң яҡшы эштәрҙе һайлап алды.
Еңеүселәрҙе бүләкләү "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арналған тамаша барышында, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙҙы.
Шулай итеп, Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы еңеүселәре:
⭐ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ
⭐ЗӨЛФИРӘ ҠАҘАҠБАЕВА
⭐ӘМИНӘ ЯХИНА
⭐РӘЛИС УРАҘҒОЛОВ
⭐АЙГӨЛ ЙӘМИЛЕВА
Дәртләндереү приздарына лайыҡ булыусылар:
⭐АЙБУЛАТ СӘСӘНБАЕВ
⭐РИФ ЙӨҘЛӨКБАЕВ
⭐ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА
Еңеүселәргә бүләктәрҙе Ноғман Мусиндың ҡыҙы Нурсилә Ғарифуллина тапшырҙы.
“Башҡортостан 24” телеканалы конкурс барышы, айырым ҡатнашыусылар, еңеүселәр һәм уларҙың әҫәрҙәре хаҡында тапшырыуҙар, әңгәмәләр әҙерләйәсәк.