Яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 06:09

Мөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Шаулап-гөрләп "Ағиҙел"дең 100-йыллыҡ юбилейы ла уҙҙы. Яратҡан журналыбыҙҙы хөрмәт итеп, баһалап килгән барлыҡ тамашасыларға - ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Мөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләндеМөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде
Мөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Юбилей барышында редакция хеҙмәткәрҙәренең эше лә лайыҡлы баһа алды.

⭐Билдәле яҙыусы, драматург, журналыбыҙҙың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

⭐Мөхәррир урынбаҫары, шағир һәм публицист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалына лайыҡ тип табылды.

⭐Яуаплы сәркәтип, тәнҡитсе һәм шағирә Луиза Кирәеваға, бүлек мөхәррире, шағирә Гөлнара Хәлфетдиноваға Бөтә башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы тапшырылды.

⭐Бүлек мөхәррире, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм бухгалтер Зөлфиә Биктимирова Башҡортостан Республикаһы башлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде.

⭐Яуаплы сәркәтип, тәнҡитсе һәм шағирә Луиза Кирәева, водитель Артур Изгин Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.

⭐Биҙәлеш мөхәррире Фәрзәнә Утарбаеваға БР-ның Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырылды.

#Ағиҙел100 #Аҡмуллаарбаһы

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас