Юбилей уңайынан “Ағиҙел” журналы биттәрендә баҫылған иң шәп проза һәм поэтик әҫәрҙәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәрим исемендәге премияға конкурс та иғлан иткәйнек. Кисәге тантана барышында был конкурстың еңеүселәрен дә тәбрик иттек.
Премияны Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы тапшырҙы. Әлфиә Мостай ҡыҙы Мостай Кәрим исемендәге фонд исеменән шулай уҡ Оло инәй - Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваны күркәм юбилейы менән ҡотланы.
Шулай итеп,"Проза" номинацияһында Мостай Кәрим исемендәге премия “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” хикәйәһе өсөн Гөлсирә Ғиззәтуллинаға тапшырылды.
"Поэзия" номинацияһында шундай уҡ премияға хаҡлы рәүештә “Ҡағыҙға түңәрәк һыҙамын, түңәрәк – мәңгелек ыҙаны” шиғри шәлкеме өсөн Зөлфирә Ҡарағужина лайыҡ булды.