Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2023, 10:14

Өфөлә тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк

26-28 майҙа Өфөлә тәүгә “Китап байрамы” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ. Сара бер нисә майҙанда – БР Милли китапханаһы,  Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында ойоштороласаҡ.

Өфөлә тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк
Өфөлә тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк

Төп урын – Өфөнөң  Совет майҙаны. Өс көн буйы йәрминкә сиктәрендә китап һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы буласаҡ, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр күрһәтеләсәк, тип билдәләй республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

- Был көндә йәрминкә менән бергә Денис Мацуевтың да фестивале уҙасаҡ һәм ул үҙе хаҡында яҙған китабын презентациялаясаҡ, - ти Наталья Михайловна. – Нәшриәттәр араһында иң яҡшы йыл китабы конкурсы ла күҙаллана. Әле  йәрминкәлә илебеҙҙең һәм сит илдәр нәшерләүселәрен күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған моделле китапханаларҙы ла күрһәтергә ниәтләйбеҙ.

Был сараның маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар хаҡында белдереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Йәрминкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла.  Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Сауҙа министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: