Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2023, 17:18

Баш ҡаланан "Баш ҡала"аша — Баш ҡалаға

24 мартта Магнитогорский ҡалаһының Б.Ручьев исемендәге ҡала китапханаһының милләт-ара мәҙәни үҙәгендә "Аҡмулла арбаһы" проекты сиктәрендә "Ағиҙел" журналынан 100 хикәйә" ике томлыҡ китабының исем туйы булып үтте. Журналдың 100 йыллыҡ юбилейында "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова ҡатнашты.

Баш ҡаланан "Баш ҡала"аша — Баш ҡалаға
Баш ҡаланан "Баш ҡала"аша — Баш ҡалаға

Байрамдың тәүге өлөшөндә "Магнитогорский ҡалаһында һәм Силәбе өлкәһенең көньяғында йәшәүсе башҡорттарҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереү" тигән темаға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү булып үтте. Уны Силәбе өлкәһенең "Аҡмулла" исемендәге әҙәби түңәрәк етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин алып барҙы. Әңгәмә барышында Силәбе өлкәһендә һәм Магнитогорский ҡалаһында йәшәүсе ижадсыларҙың ғына түгел, ғөмүмән, бында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухи хәләте айырата һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованың бер ҡайҙа ла баҫылмаған романы һаҡланыуы "Ағиҙел" селәр өсөн көтөлмәгән табыш булды. Магнитогорский ҡалаһының "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе ағзаһы, музыкант Азамат Усмановтың "Аҡмулланың арбаһы" йыры күңелгә хуш килде. Шулай уҡ башҡорттарҙың боронғо тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеүсе Галина Гончарованың сығышы дөйөм ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сараның музыкаль-әҙәби өлөшөн китапхананың милләт-ара мәҙәни үҙәге мөдире Резида Ғайсина менән "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова алып барҙы. Әйтергә кәрәк, мәҙәни үҙәк янындағы бейеү ансамбеленың дәртле бейеүҙәре кисәгә дәрт, илһам, зауыҡ өҫтәне. Магнитогорский ҡалаһы башҡорт йәштәре ҡоролтайы етәксеһе Рәмил Утарбаевтың, ҡаланың башҡорт мәҙәниәте етәксеһе Рәшиҙә Мортазинаның, Силәбе өлкәһе башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Земфира Шафранскаяның, Әбйәлил районының "Йәйғор" әҙәби ижад берекмәһе ағзаһы Марсель Хамматовтың, "Әбйәлил" йәмғиәте ағзаһы Бикбай Насырйәновтың, "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе ағзаһы Шамил Әхмәтшиндың, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рәсимә Айсыуаҡованың, Сибай мәктәп-интернатынан Данил Әбделғазиндың, шулай уҡ Өфөнән килгән "Ағиҙел"селәр Мөнир Ҡунафиндың, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың, Гөлнара Хәлфетдинованың сығыштары тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Азамат Усмановтың Магнитогорский ҡалаһында башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Фәтих Фазыловҡа арналған "Асҡар--Магнит юлдары" йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Кисәлә сығыш яһаусылар Фәтих Сәрүәр улының иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.
17--18 мартта "Ағиҙел"селәр илебеҙҙең Баш ҡалаһы Мәскәүҙә булып, 24 мартта Әбйәлилдәрҙең "Баш ҡалаһы" Магнитогорскийға сәфәр ҡылып, 12 апрелдә Башҡортостандың Баш ҡалаһы Өфөлә "Ағиҙел"дең 100 йыллығын туйлаясаҡ. Баш ҡаланан "Баш ҡала"аша — Баш ҡалаға!

#Ағиҙел100 #Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә #Иң_күп_китап_уҡыусы_ауыл #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: