Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2023, 16:57

Халыҡ-ара туған телдәр көнөн "Аҡмулла арбаһы" данлыҡлы Ырымбур ҡалаһында ҡаршы алды

Халыҡ-ара туған телдәр көнөн "Аҡмулла арбаһы" данлыҡлы Ырымбур ҡалаһында, Х.Ямашев исемендәге китапханала ҡаршы алды.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөн "Аҡмулла арбаһы" данлыҡлы Ырымбур ҡалаһында ҡаршы алды
Халыҡ-ара туған телдәр көнөн "Аҡмулла арбаһы" данлыҡлы Ырымбур ҡалаһында ҡаршы алды

 Ырымбурҙа "Ағиҙел"дең 100 йыллығына - тыуған көн тантанаһына ла старт бирелде. Күңел байрамы, рух күтәренкелеге, Карауанһарайға баш эйеү, урындағы ҡәләмгирҙәр өсөн оҫталыҡ дәресе, түңәрәк өҫтәл, күптәнге дуҫтарыбыҙ менән осрашыу, "Ағиҙел"гә бәйле иҫтәлектәр, "Өйҙәрҙең бит күҙе асыҡ" исемле китаптың исем туйы, шатлыҡлы күҙ йәштәре, шиғри һүҙ хозуры, ҡурай һәм йыр-моң тулҡыны - барыһы ла башҡорт теленә мәдхиә булып яңғыраны, йөрәктәрҙе ҡанатлы итте!

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: