Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2023, 21:59

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Журналдың февраль һаны шағирәләр Минзәлә Шөғәйепованың “Күктең зәңгәр күҙҙәренә баҡтым: моңһоу ҡарашында йәш ине...” һәм Ғәлиә Кәлимуллинаның “Ҡояш булып, бер түтәрәм ғүмер яйлап ҡына, ана шыуып бара...”тигән шиғри шәлкемдәре менән асыла.

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Был һанда шулай уҡ яҙыусылар Риф Йөҙлөкбаевтың “Зөлхизә” һәм Лира Яҡшыбаеваның “Ашҡаҙар вальсы” повестары менән таныша алаһығыҙ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәеваның олуғ әҙиптең ижад лабораторияһы хаҡында “Тыуған илем, тыуған ерем, һинең ниндәй улыңмын мин?..” мәҡәләһе урын ала.

Билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Мәмбәтовтың “Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында урын алған очерк-мәҡәләһе “Хыялдың оло юлға әйҙәгәне” тип атала һәм шағир, уҡытыусы, ғалим Фәнзил Санъяровтың тормошон, ижад юлын яҡтырта.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ағай хаттары... Улар ярты быуаттан ашыу яҙыусы, драматург Хәкимйән Зариповтың шәхси архивында һаҡланған. Мәскәү студенты Рәми Ғарипов хаттарҙы Ҡазанда юрист һөнәренә уҡыған Хәкимйән дуҫына яҙған. Был эксклюзив материалды ғалимә, билдәле журналист Әнисә Муллағолова тәҡдим итә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары, Ырымбур яҡтарындағы ҡәләмдәштәребеҙҙең (Дауыт Амангилдин, Нәфисә Смаҡова, Ҡотдос Вахитов, Миңзәрә Аҡҡошова, Камил Мортазин, Гөлсәсәк Үзбәкова) ижади күстәнәстәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

2023 йылдың мартында “Ағиҙел” журналының беренсе һаны донъя күреүенә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан был һанда ла ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә.

Гөлсимә Иштанованың “Журнал уҡыусылар ижады” рубрикаһында урын алған “Әсәйҙәр көнө” хикәйәһе лә күңелегеҙгә хуш килер тип ышанабыҙ.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: