Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 11:10

Республика башлығы Радий Хәбиров Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты

Башҡортостан етәксеһе ижади ойошманың эшмәкәрлеген йәнләндереү йәһәтенән ярҙам буласағын белдерҙе.

Республика башлығы Радий Хәбиров Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты
Республика башлығы Радий Хәбиров Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты

Бөгөнгө осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

- Айгиз Ғиззәт улы, беренсенән, һеҙҙе республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланыуығыҙ менән ҡотлайым. Бөгөн һеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беҙҙә абруйлы союз, бик күп халыҡ яҙыусылары һәм халыҡ шағирҙары бар. Ойоштороу йәһәтенән бер нисә проблеманың булыуын яҡшы беләм, беҙ һеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ. Ике йыл элек яҙыусыларыбыҙ менән осраштыҡ, ҡайһы бер ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырҙыҡ, күптәре әҙерлек этабында. Шуға күрә уларҙы тикшерергә тәҡдим итәм, - тине Радий Хәбиров, осрашыуҙы асып.

Осрашыуҙа Яҙыусылар союзына республиканың ярҙам күләмен арттырыу мәсьәләләре, һүҙ оҫталары һөнәренең абруйын күтәреү буйынса саралар тикшерелде. Радий Хәбиров ойошмаға уҡыу мәҙәниәтен һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Шулай уҡ ул ағымдағы йылда союзы бинаһына капиталь ремонт башларға ҡушты. Һүҙ Өфө үҙәгендәге тарихи йорт хаҡында бара. Унда оҙаҡ йылдар капиталь ремонт үткәрелмәгән, ә иҫке бина айырым тәрбиә талап итә.

- Беҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Был ойошма бынан 90 йыл элек идеологик ижади ойошма булараҡ булдырылды. Бөгөнгө көнгә бик күп проблемалар йыйылды, - тине осрашыу аҙағында Айгиз Баймөхәмәтов.- Союз эшмәкәрлегенә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе лә ҡаралды, Радий Фәрит улы субсидиялауҙы арттырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. Бөгөнгө көн тураһында яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса фекер йөрөтәсәктәр. Идеялар, проекттар бик күп, халыҡтың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән әҙәби фестивалдәр, форумдар, конкурстар үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙек. Республика башлығы был башланғыстарҙың барыһын да хупланы. Шулай уҡ яҙыусының абруйын, йәмғиәттә һүҙ көсөн арттырыу кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Радий Фәрит улының проблемаларҙы аңлап ҡабул итеүе һәм ярҙам итергә теләүе ҡыуандырҙы. Киләсәктә беҙҙең Яҙыусылар союзы яңы тормош менән йәшәйәсәк, тип ышанабыҙ.



"Йәшлек" гәзитенән.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: