Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2023, 13:59

Юлдыбайҙар "Ағиҙел"дә ҡунаҡта

Яңы аҙна редакциябыҙҙа йәнле башланып китте. Көтмәгәндә-уйламағанда «Аҡмулла арбаһы» проектыбыҙҙың логотибы төшөрөлгән торт, «Ағиҙел» тип яҙылған затлы бәлеш күтәреп Йылайыр районы Юлдыбай ауылының аҫыл ҡыҙ-егеттәре килеп инде.

Юлдыбайҙар "Ағиҙел"дә ҡунаҡта
Юлдыбайҙар "Ағиҙел"дә ҡунаҡта
Шау-гөр килеп «Ағиҙел»дәрҙе етеп килгән 100 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотлап, бер юлы үҙҙәренең “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләп, редакцияла эшләгән шағирҙарҙың шиғырҙарын тыңлап сығып та киттеләр. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, түңәрәк табыныбыҙға шағирә Фирүзә Абдуллина ла килеп инде, уны ла шиғыр һөйләтмәйенсә ысҡындырманы юлдыбайҙар.

Йылайыр районы Юлдыбай халҡы конкурста ҡатнашыуҙары хаҡында:
«Йылайыр районының Юлдыбай ауылы бик боронғо төбәктәрҙең береһе, 800 йылдан ашыу тарихы булған ауылыбыҙ быйыл Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнаша. Юлдыбайҙа 1700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа күп.
Бик күп саралар үткәрелә. Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып социаль сирҙәргә дусар булғандарға, ауыр яҙмыш хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү тора. Ауылда ундай ғаиләләр күп түгел, шулай ҙа бар. Махсус комиссия төҙөлөп, көн һайын уларға рейдҡа йөрөйҙәр, аңлатыу эштәре алып барыла, бынан тыш йәмәғәт тормошона ла улар әүҙем йәлеп ителә. Спорт сараларында ла ҙур теләк менән ҡатнашалар, мәҙәниәт тормошоноң да уртаһында ҡайнайҙар.
Беҙҙең ауыл юл сатында урынлашһа ла, көтөүлектәр өсөн ҡулай ерҙә ултыра. Ауылда ишле-ишле мал аҫраған ғаиләләр күп.
Мәҫәлән, Хамматовтар 30 баштан ашыу йылҡы көтә, Мостафиндар 20-нән ашыу һыйыр, 100-ҙән ашыу тауыҡ тота, Нәзир Исәкәев фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Рәхмәтуллин Ғәфүр, Муллагилдин Бүләктәр ун баштан кәм мал көтмәй,шулай уҡ Рәйес Айытҡолов, Айрат Зөлҡәрнәев, Ғәле Абдуллиндарҙы әйтеп үтер инек. Мәҡсүтовтар мәҫәлән 40-тан ашыу һарыҡ көтә, Иҫәндәүләтовтар 40 тирәһе кәзә аҫырай.
Әлбиттә, бөтәһен дә һанап бөтөп тә булмай. Йәштәр малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡто терәк итеп күреүҙәре, ошо тармаҡты үҫтереүҙәре менән һоҡланыуға лайыҡ. Халыҡ кәсептәре лә онотолмай, уларҙы йәштәргә өйрәтеү буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарыла.
Спортҡа беҙҙә бик ныҡ ҙур иғтибар бирелә. 2005 йылда ауылда “Батыр” спорт һауыҡтырыу комплексы асылды. Әйткәндәй, уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашҡайны. Мәктәп эргәһендә киң, иркен стадион бар, ҡыш буйы балалар саңғыла йөрөһә, яҙ етеү менән туп тибә башлайҙар. Урал аръяғының агроинженерия колледжы, мәҙәниәт йорто, мәктәп спорт залдары ла бер ҡасан да буш тормай. Бынан тыш ауылдың булдыҡлы һәм йүнсел йәштәре былтыр үҙ көстәре менән футбол майҙаны төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙы. Был изге эшкә Рушан Зайдуллин тигән ауылдаш егет башланғыс һалғайны. Дуҫ-иштәрен дә йәлеп итеп, үҙенән 150 мең аҡса һалып, башҡалар ҙа уға ҡушылып, бөтә эште үҙ көстәре менән атҡарып сыҡтылар.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, махсус хәрби операция башланғас та, төп иғтибар шуға йүнәлтелде. Ауылдан үҙ теләге менән ҡушылған егеттәр ҙә күп. Ауыл халҡы тәүге көндәрҙән үк гуманитар ярҙам йыйып оҙатты. Яугирҙәргә нимә кәрәк – барыһын да ебәрергә тырышалар. Был тәңгәлдә йәмәғәт ойошмаларының да эше баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ауылда йәмғеһе унға яҡын йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Апай-инәйҙәр маскировкалы селтәр бәйләне, кейеҙ түшәктәр баҫты, йөн ойоҡтар, бейәләй-бирсәткәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, емеш-еләк тә, милли ризыҡтарҙан талҡан, ҡаҡ, ҡурмас, ҡыҙыл эремсек, бал ебәрелде. Һалма, туҡмас ҡырҡып, сәк-сәк, бауырһаҡтар бешереп, яҙғы авитаминоз ваҡыты етеп, әсеһерәгәндә килешер һалдаттарға тип, кәбеҫтә тоҙланы, көҙбайлыҡ тоҙло ҡыяр, салаттарҙан да өлөш сығарылды. Ир-егеттәр үҙ ҡулдары менән селтәр үреп бирҙе, арҡан иште.
«Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә район кимәлендә “милли эсемлектәр” байрамы ла юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Ун ике ауыл биләмәһе
милли эсемлектәр: ҡымыҙ һәм буҙаны, айран һәм ҡатыҡты, шулай уҡ ҡайын һуты һәм төрлө емеш-еләктәрҙән әҙерләнгән һуттар, кеҫәлдәр, шифалы үләндәр сәйҙәре, төнәтмәләрҙе әҙерләү һәм файҙаланыу тураһында уртаҡлашты. Хатта имән сәтләүегенән кофе эшләү серҙәрен дә өйрәттеләр.
Ниндәй генә сара үтһә лә, халыҡ бер төптән ҡалҡып сығыуы ҡыуандыра. Сөнки һуңғы бер нисә йылда киҙеү арҡаһында тиекме, халыҡ ысынлап та өйөнә бикләнеп, һүнеп барғандай тойола ине. Әле ауылда шундай йәнлелек. Былтыр Сәләх ауылының еңеүе юлдыбайҙарҙы ныҡ дәртләндерҙе. Алда әле тағы ла үҙенсәлекле саралар көтөлә, улар тураһында беҙҙең районға ҡағылышлы бөтә төркөмдәрҙә лә ҡарап барырға була. Юлдыбайҙар шулай уҡ «Юлдаш» радиоһының «Атайсалға изге эштәр» конкурсында ла финалға сыҡты, әле тауыш биреү буйынса ла беренсе урында барабыҙ», – тип хәбәр итте.
 
Үткән аҙнала “Ағиҙел”дең 100 йыллыҡ юбилейына тип Әбйәлилдән күстәнәс килгәйне, бөгөн иһә Йылайырҙар аптыратты.
Редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәре әле юбилейға әҙерлек мәшәҡәттәре менән булып баш та күтәрә алмаған ваҡытта журналыбыҙҙы уҡыусыларҙан ошондай йылы иғтибар булыуы көс-дәрт өҫтәп ебәрҙе, рәхмәт уларға!
Юлдыбайҙарға мәртәбәле бәйгелә уңыштар теләйбеҙ!

#Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә #Иң_күп_китап_уҡыусы_ауыл #ФСГОРБ #ГрантыР 
Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: