Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2023, 17:10

“Аҡмулла арбаһы” – Хәйбуллала!

25 ғинуар көнө “Ағиҙел” журналын күпләп алдырған төбәктәрҙән һаналған Хәйбулла районында ла “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә бик матур сара уҙҙы.

“Аҡмулла арбаһы” – Хәйбуллала!
“Аҡмулла арбаһы” – Хәйбуллала!

Райондың үҙәк китапханаһы һәм Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә үткәрелде ул. Заманында халыҡтан Хәйбулла төбәге һәм сиктәш Ырымбур өлкәһе ауылдарының тарихына ҡағылышлы байтаҡ материалдар йыйып ҡалдырған Рафаил Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл булыу айҡанлы, фиҙаҡәр аҡһаҡалды хәтерләп, уның хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште, ҡыҙы Туғыҙбаева Рәсимә Сәләхетдин ҡыҙы тарафынан туплап сығарылған “Хәйбулла ауылдары (Үҙ төбәген өйрәнеүсе яҙмаларынан)” исемле китап менән танышты ҡунаҡтар.
Әйткәндәй, был йыйынтыҡҡа тупланған яҙмаларҙың байтағы ваҡытында башлап тап “Ағиҙел” журналында донъя күргән, Рафаил Рәхимов баҫмабыҙҙың даими авторы ла булған.
Сарала төбәктәр тарихы һәм әҙәбиәткә ҡағылышлы бик матур сығыштар булды.
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Хәйбуллала журналды популярлаштырыу өсөн көстәрен йәлләмәй эшләгән дуҫтарыбыҙға “Аҡмулла арбаһы”нан рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: