Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2023, 23:05

“Ағиҙел” журналының 1-се һанына күҙәтеү

Журналдың ғинуар һаны билдәле шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның шиғырҙары менән асыла. “Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында күренекле яҙыусылар Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ” повесы, Фәрзәнә Аҡбулатованың “Тоғролоҡ” хикәйәһе урын ала. Был һанда яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Ғүмеремдә иң ҙур табышым әсәйем булған” баш һүҙе менән бик эксклюзив материал – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың әсәһе Рәҡиә Латип ҡыҙының яҙмалары тәҡдим ителә.

“Ағиҙел” журналының 1-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 1-се һанына күҙәтеү

Филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәковтың “Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында урын алған Әмир Әминев ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Заман проблемаларына образлы ҡараш” (Прозаик Әмир Әминевтең ижад үҙенсәлектәре) тип атала. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтең Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡыусы бер төркөм студенттар менән осрашыу барышындағы әңгәмәһе бик уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына ғинуарҙа 115 йыл тулды. Ошо уңайҙан драматург, яҙыусы Сәрүәр Сурина олуғ әҙибә хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге премия конкурсына был юлы шағирәләр Тамара Искәндәриә “Торналар ҡайта Торторҙан”, Рита Фәтҡуллина “Көйәнтә” поэмаларын тәҡдим итә.

“Донъяның режиссеры булһам” рубрикаһында Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың билдәле режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре Рәйес Исмәғилев менән әңгәмәһен уҡырһығыҙ.

Башҡортостан яҙыусыларының XIX съезынан Зәки Әлибаевтың сығышы, “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһындағы ғалимә Әминә Абдуллинаның мәҡәләһе лә бик йөкмәткеле.

2023 йылда “Ағиҙел” журналының беренсе һаны донъя күреүенә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә. Ҡадир Даян, Лоҡман Хәким, Шәриф Биҡҡол, Ғилемдар Рамазановтың 1948 йылғы “Октябрь” журналынан (хәҙерге “Ағиҙел”) алынған ретро-әҫәрҙәре лә был һанды үҙенсәлекле итә.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

 

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: