Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2022, 17:54

Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды

23 декабрҙа Өфө университетының башҡорт филологияһы,көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды.

Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды
Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды

23 декабрҙа Өфө университетының башҡорт филологияһы,көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең ике томдан торған антологияһының исем туйы булды. Башҡорт яҙма әҙәбиәте буйынса ике томлыҡ антология донъя күрҙе. Беренсе томға V-XVIII быуаттарға ҡараған төрки-башҡорт яҙма ҡомартҡылары инде. Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаларындағы текстар, төрки шағирҙары Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “ Һибәт әл-хакаик” әҫәрҙәре,Ҡорҡот ата китабы, Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, Сәиф Сараи, Ҡотоб һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт телендә бирелә. Икенсе томға XVI- XVIII быуаттарҙа ижад ителгән тарихи-функциональ текстарҙан, сәйәхәтнамәләрҙән,Батырша хатынан, Тажетдин Ялсығолов әҫәрҙәренән өҙөктәр, Мәүлә Ҡолой, Утыҙ Имәни,Салауат Юлаев шиғырҙары индерелгән. Антология Өфө университетының башҡорт әҙәбиәте,фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусы-ғалимдары профессор М.Х.Иҙелбаев, филология фәндәре кандидаты З.Ғ.Мырҙағолова тарафынан төҙөлгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. Сарала Тарих тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университеты уҡытыусылары,Өфө университетының ғалимдары ҡатнашты.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в