Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2022, 18:00

Һүҙ оҫтаһы Аҡмуллаға арнап

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 14 декабрҙә уҙасаҡ Башҡорт теле көнөнә ҡарата күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән атаҡлы һүҙ оҫтаһы Аҡмуллаға арналған спектакль планлаштырған. 

Һүҙ оҫтаһы Аҡмуллаға арнап
Һүҙ оҫтаһы Аҡмуллаға арнап

Сентябрь айында ҡуйыусы төркөм театрҙың баш режиссеры Рөстәм Хәкимов етәкселегендә Аҡмулланың тыуған яҡтары Миәкә районы Туҡһанбай ауылына сәфәргә сығып килгәйне. Музейында, Аҡмулла шишмәһендә булды. Музей етәксеһе Миләүшә Ғәйнетдинова, журналист, яҙыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, «Аҡмулла васыяты» повесы авторы, Аҡмулла ижадын, тормошон ныҡлап өйрәнеүсе шәхес Фәнис Янышев менән аралашты, һорауҙарына яуаптар алды.
Театрҙа премьераға әҙерлек эштәре дауам итә. Спектакль өҫтөндә автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй.

Р.Рыҫҡужина

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: