Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 22:42

“Ағиҙел” журналының 11-сы һанына күҙәтеү

Журналдың ноябрь һаны яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Ваҡыт шәмдәлендә бер шәм яна ла” тигән мәҡәләһенән башлана: “Миңә журналист-мөхәррир, ижадсы булараҡ үҙемә лә, ҡәләмдәштәрем менән бергә лә Ноғман ағайҙы редакцияға саҡырып та, өйөнә барып та бер нисә тапҡыр әңгәмәләшеп ултырырға яҙҙы.

“Ағиҙел” журналының 11-сы һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 11-сы һанына күҙәтеү

Бала саҡ хыялы тормошҡа ашты. Аҡһаҡал һәр саҡ ихлас һәм асыҡ йөҙлө әңгәмәсе булды, ниндәй генә һорауҙарға ла тура яуап бирҙе, ҡасманы, алдаманы. Ваҡсыллыҡ булманы ағайҙа, бейек тау булып, юғары һәм киң зиһен офоҡтары менән эш итте. Шуға уның янынан китке килмәй торғайны”. Йылы һүҙҙәргә, ихлас хәтирәләргә бай мәҡәлә күптәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. 

“Сәсмә әҫәрҙәр”ҙә яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Француз яуы” романының аҙағы, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Анорексия”, Ринат Шәйбәковтың “Урланған йәшлек” хикәйәләре тәҡдим ителә.

“Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге премия конкурсына” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың өр-яңы повесть-поэмаһы, шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙары менән танышырһығыҙ.

Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның “Кеше булһын затығыҙ!” тигән мәҡәләһе лә бик йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле.

“Донъяның режиссеры булһам” рубрикаһында Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың билдәле кинорежиссер, продюсер, сценарист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айнур Асҡаров менән әңгәмәһе урын ала.

2023 йылда “Ағиҙел” журналының беренсе һаны донъя күреүенә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан был һанда ла ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә. Шулай уҡ Сәйфулла Әмировтың “Карапты нисек атайһың – ул шулай йөҙәсәк” хәтирәһе лә уҡымлы.

“Журнал уҡыусылар ижады”нда Салауат Йосоповтың шиғырҙарын уҡырһығыҙ.

“Сатира һәм юмор”, “Беҙҙең календарь” рубрикаларында урын алған хикәйәләр, мәҙәктәр һәм материалдар ҙа ҡыҙыҡлы.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: