Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 16:29

Туймазы театры спектаклдәрен онлайн ҡарарға була

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Һанлы мәҙәниәт» федераль проектына ярашлы, Туймазы дәүләт татар драма театрында иң яҡшы спектаклдәрҙе онлайн тәртибендә бөтә илгә күрһәтеү мөмкинлеге биргән ҡорамал барлыҡҡа килде.

Туймазы театры спектаклдәрен онлайн ҡарарға була
Туймазы театры спектаклдәрен онлайн ҡарарға була

Тапшырыуҙар “Рәсәй мәҙәниәте” платформаһында алып барыла. Туймазы театры Башҡортостанда берҙәм мәҙәни киңлеккә сыға алған һигеҙенсе учреждение булды.

Уҙған кесаҙнала проект менән таныштырыу сараһы үтте. Унда драма театры сәхнәһендә барған “Борһан йорто” спектакленән тура тапшырыу ойошторолдо. Сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин килгәйне.

– Күләмле проект Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын берҙәм театр һәм филармония киңлегенә берләштереүгә йүнәлтелә. Ул барыһына ла мәҙәни ҡиммәттәрҙән тиң файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Виртуаль киңлектә беҙҙең театрҙың да ижадын һөйөүселәр барлыҡҡа килер, тип ышанам, – тине ул.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/332776

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/332776

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: