Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 16:24

Эшҡыуар Лена Зарипова үҙенең бизнес-проекты менән таныштырҙы

Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда урындағы йүнселдәр үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.

Эшҡыуар Лена Зарипова үҙенең бизнес-проекты менән таныштырҙы
Эшҡыуар Лена Зарипова үҙенең бизнес-проекты менән таныштырҙы

“Күп йылдар ярымфабрикаттар һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары етештерәм. Әле ошо йүнәлештәге цех уңышлы эшләй. Продукцияны Әбйәлилдән тыш, күрше райондарға ла һатабыҙ. Заказ күп, шуға күрә яңы цех асыу теләге бар. Ул эш урындарын арттырыу, продукция ассортиментын киңәйтеү, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеген бирәсәк”, – тине эшҡыуар Лена Зарипова комиссияны үҙенең бизнес-проекты менән таныштырып.

“Яңы етештереү объектын төҙөү идеяһы ҡыҙыҡлы, ҡулланыусыларҙы сифатлы ризыҡтар менән тәьмин итеү ҙур әһәмиәткә эйә”  – тип хупланы тәҡдимде Илдар Нафиҡов.

Бизнес-проектты тикшергәндән һуң, хакимиәт башлығы белгестәргә уны тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт-консультация йәһәтенән ярҙам күрһәтергә ҡушты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/336511

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/336511

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: