Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь , 16:42

Тел уҡытыусылары тәбрикләнде

Һөнәри байрам алдынан 50 уҡытыусыға 50-шәр мең һум премия тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дөйөм белем биреү мәктәптәренең һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, үҙ һөнәренең оҫталарына 50 мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылып килә. Быйыл да Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүгә республика конкурсы үткәрелеп, премияға лайыҡлы уҡытыусылар һайлап алынды.

Тел уҡытыусылары тәбрикләнде
Тел уҡытыусылары тәбрикләнде

Бөгөн, 4 октябрҙә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында ошо айҡанлы матур сара үтте. Унда конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип табылған 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлеге өсөн аҡсалата премия тапшырылды.
Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, мәктәптәрҙә, лицей һәм гимназияларҙа, колледждарҙа йәш быуынға тел нескәлектәрен төшөндөргән, рус һәм башҡорт телдәренә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларҙы БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, БДУ-ның филология кафедраһы деканы Альмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов тәбрикләне.
Белорет районынан өс башҡорт теле уҡытыусыһы ошо премияға лайыҡ булды. Белорет ҡалаһындағы 13-сө мәктәптән Сания Бәхтийәр ҡыҙы Шәғәлиева, 21-се мәктәптән Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы Шакирова, Советтар Союзы Геройы Ш.Ямалетдинов исемендәге Шығай урта мәктәбенән Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева (фотола) һәр береһе икешәр-өсәр тиҫтә йыл балаларға башҡорт теленән белем биреп, йәш быуынды телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә фиҙакәр хеҙмәт итә.
Премияға лайыҡ булған уҡытыусылар исеменән Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова сығыш яһап:
- Ябай ҙа, бөйөк тә, шул уҡ ваҡытта ҙур фиҙакәрлек талап иткән хеҙмәт ул – уҡытыусы һөнәре. Республикабыҙ етәкселегенең хеҙмәтебеҙҙе баһалауы – оло мәртәбә. Был баһа туған тел уҡытыусыларын күтәреү менән рәттән илһөйәрлекте, телһөйәрлекте үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, беҙ башҡарған хеҙмәттең мәртәбәһен арттыра. Шул уҡ ваҡытта ул беҙгә оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Артабан да Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләү эшенә тос өлөш индерербеҙ, - тип билдәләне.
Тантаналы сараны ойоштороуға Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты тос өлөш индерҙе. Белем усағының уҡытыусылары һәм талантлы балалары матур сығыштары менән кисәне йәмләне.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас в