Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 16:30

Нарыштауға экоһуҡмаҡ асылды

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә Октябрьскийҙа тантаналы рәүештә Нарыштауға экоһуҡмаҡ асылды.

Нарыштауға экоһуҡмаҡ асылды
Нарыштауға экоһуҡмаҡ асылды

Был көндө Октябрьскийҙың легендар тауына менергә теләүселәр Комсомол күленә йыйылған. Тәбрикләү һүҙе менән Октябрьскийҙың бизнес-шерифы Сергей Литов сығыш яһаны. Экологик һуҡмаҡ проектының инициаторы Дана Аникина ҡаланың башланғысын хуплаған һәм уны тормошҡа ашырырға ярҙам иткән эшҡыуарҙарына рәхмәт әйтте. Проект эшләй башлағандан алып 12 аҙна эсендә ойошторолған төркөмдәрҙә тауға 300-ҙән ашыу кеше күтәрелгән дә. Ҡаланың һунарсылыҡ хужалығы егеры Геннадий Агапитов кешенең ҡырағай тәбиғәттә үҙен дөрөҫ тотоуын иҫкә төшөрҙө.

Нарыштауға менеүселәр изге эш эшләгән. Экологик һуҡмаҡ башында һәм күҙәтеү майҙансыҡтарында аҡ шыршы, шыршы һәм артыш ултыртылды.

Экоһуҡмаҡ барышында күрһәткестәр ҡуйҙылар, улар түбәгә аныҡ йүнәлеш бирә. Күргәҙмә майҙансыҡтарында эскәмйәләр ҡуйылған – бейектән ҡалаға ҡарап ултырып, ял итеп алырға мөмкин.

170 метр бейеклеккә күтәрелеү ҡыйын түгел. Туҡталыштарҙа йога буйынса тренерҙар Анатолий Егоров һәм Ирина Кожатова ҡатнашыусылар менән бергә бер нисә күнекмә үткәргән. Тау башында иһә, Октябрьскийҙы ҡош бейеклегенән күҙәткәндәр, ҡайнар хуш еҫле сәй эскәндәр һәм тәм-том менән һыйланғандар.

Геннадий Агапитов тауҙың исеме нисек тәржемә ителеүе һәм уның нимә менән билдәле булыуы хаҡында һөйләгән. Тауҙан төркөм икенсе юл менән төшкән, хис-тойғолар һәм тәьҫораттар тағы ла артҡан.

Проект тормошҡа ашырылған!

Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/325091

Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: