Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 23:49

Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде

Дәүләтебеҙ составына тағы дүрт төбәк – Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре ҡушылды. Был ҡарарҙы ошо төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтар референдум барышында ҡабул итте. 

Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде
Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде

Сараны Рәсәй Президенты Владимир Путин асып, халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

– Барығыҙ ҙа белә: ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә референдумдар булды. Уларға йомғаҡ яһалды, һөҙөмтә билдәле. Кешеләр үҙ ҡарарын белдерҙе. Бөгөн беҙ ошо төбәктәр граждандарын Рәсәй составына ҡабул итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуябыҙ. Ҡануниәт йыйылышы ҡарарҙы хуплар тип ышанам, сөнки был - миллионлаған кешеләр теләге. Һәм был - уларҙың хоҡуғы, ул БМО Уставының беренсе статьяһында нығытылған, – тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы Рәсәй Геройҙары тураһында ла онотманы.

– Бында, Новороссияла Румянцев һәм Ушаков һуғышҡан, Екатерина II менән Потемкин яңы ҡалаларға нигеҙ һалған. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-бабаларыбыҙ дошманды тар-мар иткән. Беҙ Рус яҙы геройҙарын да мәңге хәтерләйәсәкбеҙ. Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙар тураһында ла онотмайбыҙ, – тине ул.

Залда йыйылған кешеләр ҡаһармандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.

Килешеүҙәргә Рәсәй Президенты Владимир Путин, ДХР Башлығы Денис Пушилин, ЛХР Башлығы Леонид Пасечник, Запорожье өлкәһе Башлығы Евгений Балицкий һәм Херсон өлкәһе Башлығы Владимир Сальдо ҡул ҡуйҙы.

Фото: "Беренсе канал". 

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: