Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2022, 16:16

Тәтешле районында ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Тәтешле районының Ҡашҡаҡ һәм Беләш ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү башланды.

Тәтешле районында ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә
Тәтешле районында ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына  ярашлы,  Тәтешле районының Ҡашҡаҡ һәм Беләш ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү башланды. Район биләмәһендә биш табиплыҡ амбулаторияһы һәм 35 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан.

 Ҡашҡаҡ ауылында бинаның конструкцияһы  әҙерләнгән дә инде. Ошо көндәрҙә  төҙөүселәр ҡыйыҡ яба башлаясаҡ һәм сэндвич-панелдәрҙән стена һалыуға тотонасаҡ. Ҡашҡаҡ пункты 371 кешене, шул иҫәптән 55 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Беләш ауылында ла модулле пунктты төҙөү эшенә тотонғандар. Нигеҙ каркасы монтажланған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 450 кешене хеҙмәтләндерәсәк.Төҙөлөш эштәре октябрь урталарына тиклем дауам итәсәк. Йыл аҙағынаса яңы ФАП-тарға лицензия алынасаҡ.

– Оҙаҡламай Ҡашҡаҡ һәм Беләш ауылдары халҡы яңы уңайлы шарттарҙа тәүге медик-санитар ярҙам ала башлаясаҡ, – тине Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Шәңгәрәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: