Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь , 14:30

Ғәли Соҡоройҙоң юбилейына арналған саралар исемлеге билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башҡорт шағиры, ХIХ быуат мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указына ярашлы, бөйөк әҙиптең юбилейына арналған саралар исемлеге билдәләнгән.  

Ғәли Соҡоройҙоң юбилейына арналған саралар исемлеге билдәләнде
Ғәли Соҡоройҙоң юбилейына арналған саралар исемлеге билдәләнде

Мәғлүм  булыуынса, саралар уҙған йылда уҡ Тәтешле районында башланды. Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә мәғрифәтсенең исеме бирелде. Ошонда уҡ уға мемориаль таҡтаташ асылды.

Башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡорой 1826 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Ете ҡыҙ һәм алты ир бала үҫкәндәр. Тәүҙә ауылдағы, унан башҡа урындарҙағы ҙур мәҙрәсәләрҙә белем алған. Бер нисә ай дауамында Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарында, ҡаҙаҡ далаларында ла балалар уҡытҡан. 1852 йылда үҙ ауылына әйләнеп ҡайтып, ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәгән, крәҫтиән эше менән шөғөлләнгән, балалар уҡытҡан.

Ғәли Соҡорой 17 йәшенән ижад менән шөғөлләнә башлаған. Һуңғараҡ төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендә 100-гә яҡын әҫәр ижад иткән. 1860 йылда "Тәжүид" исемле ("Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре") тәүге китабы баҫылып сыҡҡан. Күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма рәүешендә беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в