Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2022, 14:00

2021 йылдағы милек өсөн 2022 йылдың 1 декабренә тиклем һалым түләнә

Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, был фатир, бүлмә, йорт, шул иҫәптән торлаҡ булмаған бина булырға мөмкин. Мәҫәлән, һарай йәки сауҙа кибете өсөн дә һалым түләү кәрәклеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, ер участкаһы, машина, махсус техника өсөн.

2021 йылдағы милек өсөн 2022 йылдың 1 декабренә тиклем һалым түләнә
2021 йылдағы милек өсөн 2022 йылдың 1 декабренә тиклем һалым түләнә

Балалар өсөн һалым түләүгә килгәндә, әгәр уға, мәҫәлән, фатирҙың бер өлөшө йәки яртыһы тура килә икән, түләргә тура киләсәк. Һалым күләме иһә йәшкә ҡарамай.

Әйткәндәй, “Транспорт һалымы тураһында”ғы законға төҙәтмәләрҙең үҙ көсөнә инеүе менән бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә:

* күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү;

* күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем булған ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилдәргә 50 процент күләмендә һалым түләүҙән азат итеү (ике һәм унан күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап);

* шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилдәргә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).

Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз: 1 декабргә тиклем түләү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.

Фото: polevskoy.ru

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: