Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2022, 14:48

Бөрөлә яңы поликлиника асылды

Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн яңы поликлиника сафҡа инде. Был мөһим төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылды.  Учреждение тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Дүрт ҡатлы бинаны  төҙөү 2020 йылда башланған.

Бөрөлә яңы поликлиника асылды
Бөрөлә яңы поликлиника асылды

 

Өлкәндәр поликлиникаһы бинаһында рентгенология бүлексәһе, клиник-диагностика лаборатория урынлашҡан. Үҙенең йылытыу системаһы һәм ҡайнар һыуы бар. Бина инвалидтар һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар өсөн асыҡ мөхит ҡағиҙәләренә яуап бирә. Температура менән килеүселәр өсөн фильтр-бокстар бар. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарылған.

Өлкәндәр һәм балалар өсөн яңы поликлиника “Һаҡсыл поликлиника” һәм “Асыҡ регистратура” процестарын индерергә булышасаҡ. Тимәк, халыҡҡа медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү, тормош сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Фото:Бөрө районы хакимиәте.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: