Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2022, 10:50

Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы

Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә.

Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы
Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы

15 апрель - Милли костюм көнө.  Ул 2020 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡ тарафынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау тапты. Ошо көнгә арналған байрамдарҙа халыҡтың ихлас ҡатнашыуы ла быға дәлил.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға   йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы  быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.

Өфөләге “SARBI” кейем ательеһы директоры Саимә Хәсәнова  Милли костюм көнөнөң әһәмәте тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

- Милли костюм көнө кәрәк тигән фекерҙәмен. Беренсенән, ул төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, берҙәмлекте нығыта. Икенсенән, милли костюмдарыбыҙҙың онотолмауына,   быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә. Милли кейемде халыҡ уйлап тапҡан. Ул уңайлылығын да, төҫөн дә  - барыһын да иғтибарға алған. Һәр халыҡтың үҙенең милли кейеме, уларҙа  халыҡтың холҡо сағыла тип әйтер инем. Милли кейемдәр тегеү – ул ҙур яуаплылыҡ. Был кейемдәрҙә тарих һаҡлауын аңларға кәрәк һәм уны боҙорға ла тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең ательела  милли кейемдәрҙе бар шарттарына тура килтереп, боронғоса итеп тегәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта заманса, көндәлек кейемдәргә лә милли костюм  һыҙаттарын индереп биҙәйбеҙ, - тине Саимә Дамир ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар артыуы ныҡлы тойола. Күп кенә замандаштарыбыҙҙың төрлө байрамдарға милли биҙәүестәр тағып килеүҙәре лә тарихыбыҙға ихтирам билдәһе.

 

  «SARBI” ательеһы архивынан Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.  
Автор:Резеда Шәнгәрәева, "Башҡортостан" гәзитенән алынды.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: