Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2022, 14:47

Толбазылағы башҡорт гимназияһы Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк

Ошо көндәрҙә күптән көткән ваҡиға хаҡында иғлан иттеләр: Толбазы ауылындағы гимназия С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк. Был ҡарар шағирҙың исемен мәңгеләштереүҙә ҙур аҙым буласаҡ, тип иҫәпләй ауырғазылар. 

Толбазылағы башҡорт гимназияһы Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк
Толбазылағы башҡорт гимназияһы Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күп йылдар был белем усағына шағирҙәң исемен биреү ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ҙур эш башҡарҙы. Башҡорт мәҙәниәтен, шиғриәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ, - ти Рәсәй дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиумы председателе Эльвира Айытҡолова. - Был маҡсаттың ҡоролтай тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителгән йылда тормошҡа ашыуы айырыуса әһәмиәтле, сөнки Рәшит Назаров үҙенең ижады менән башҡорт әҙәбиәтен генә түгел, донъя әҙәбиәтен дә байытты. Уның шиғри һүҙе - ысын шиғриәт өлгөһө, башҡорт теленең матурлығын, рухи байлығын күрһәтә. Беҙ артабан да мәктәпкә ярҙам итәсәкбеҙ.

Толбазылағы башҡорт гимназия-интернаты 1999 йылдан бирле эшләй. Әлеге ваҡытта унда 180 бала уҡый, уларҙың 51 - ауылдарҙан. 

- Беҙ Рәшит Назаров менән бер осорҙа шиғырҙар яҙа башланыҡ. Ул әрмелә хеҙмәт итә ине, ә мин, әрменән ҡайтып, Бөрйән районы гәзитендә эшләй башлағайным. Тап шул мәлдә беҙ уның менән хат алыша башланыҡ, был хаттарҙы әле булһа ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул Өфө дауаханаһында ятҡан саҡта мин уның янына килә торғайным. Беҙ һәр ваҡыт дуҫтарса аралаштыҡ, фекерҙәштәр, ҡәләмдәштәр булдыҡ. 

Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын тулыһынса шағир Риф Мифтахов өйрәнде. Тыуған яғындағы мәктәптәрҙең береһе Рәшит Назаровтың исемен йөрөтөүе - бик ҡыуаныслы хәл, - ти Рәшит Назаровтың замандашы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар. 

 

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: