Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2022, 16:20

Баймаҡта - "Башҡорт аты" фестивале

Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале башланды. Сара республика Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы "Башҡорт аты"  фестивален үткәреү тураһындағы 242-се указына ярашлы ойошторола. Әле фестиваль үтәсәк майҙанда "Ылаҡ" һәм "Ауҙарыш" уйындары старт алды.

Баймаҡта - "Башҡорт аты" фестивале
Баймаҡта - "Башҡорт аты" фестивале

Проект сиктәрендә уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" төбәк-ара фестивале ойошторола. Был юлы бәйгелә 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостандан тыш, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да ҡатнашалар. Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтәсәк ҙур ат парадына шаһит буласаҡ.

Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленгән, унда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Бынан тыш, художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы, уларҙы эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарыла. Ижади ярыш "Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы", "Аттың өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы", "Бәйге"лә иң яҡшыһы" номинацияларында уҙа.

Иртәгә эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат сабыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Фестивалде ойошторусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Спорт министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы һ.б.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: