Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2022, 17:05

“Медиа геройҙары уҙышы” үткәрелә

Сара Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында уҙғарыла.

“Медиа геройҙары уҙышы” үткәрелә
“Медиа геройҙары уҙышы” үткәрелә

Бөгөн Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Медиа геройҙары уҙышы” ҡаршылыҡтар аша йүгереүе ойошторолдо.

Сара Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Төрлө киң мәғлүмәт саралары журналистары иҫ киткес ғәжәйеп ярыштарҙа ҡатнаша һәм үҙҙәренең командаһының, коллективының берҙәм, татыу икәнлеген күрһәтә.

"Патриот" паркында уҙғарылған "Медиа геройҙар уҙышы" тантаналы асылды. Унда “Геройҙар уҙышы” проекты етәксеһе Эдуард Шәфиев тә сығыш яһап, ошо парк, йәмғиәттә илһөйәрлеккә иғтибар һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Ярыш башланды. Унда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡатнаша.

Тәүгеләрҙән булып ярышҡа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы командаһы капитан, ведомствоның баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов менән берлектә сыҡты.

Икенсе - “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһы – “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите командаһы. Билдәле булыуынса, быйыл баҫма 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

“Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһының Наил Әширов етәкселегендәге икенсе командаһы өсөнсө булып старт һыҙығына баҫты. Артабан ярыштарға Өфө ҡалаһы командаһы (команда капитаны – Гүзәл Матвеева) ҡушылды.

Бөгөнгө сараның ҡунаҡтары – блогерҙар. Уларҙың командаһы капитаны – Илнур Мифтахов.

Артабан стартҡа Башҡортостан Хөкүмәте командаһы (капитаны – Рәмил Таһиров) ҡушылды. Унан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы командаһы (капитаны – Филүс Ҡунафин), “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының Радио командаһы (каптаны - Айҙар Ноғоманов), Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы (капитаны - Максим Ульчев), РБК-Өфө, Республикаға идара итеү үҙәге, Матбуғат хеҙмәттәре командаһы (капитаны – Алик Шәрәфетдинов), “Аргументы и факты” федераль гәзите командаһы (капитаны – коллектив етәксеһе Наталья Кузнецова), UTV мәғлүмәт-мауыҡтырғыс канал командаһы, тағы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте (капитаны – Азамат Ҡоҙаҡаев), “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан тағы өс команда ҡатнашты.

Айрат Нурмөхәмәтов, автор фотоларында - ҡыҙыу ярыш мәлдәре.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: