Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2022, 17:39

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың ярты миллиондан ашыу мөрәжәғәтен эшкәрткән

2018 йылдың ноябренән республикала "Инцидент-менеджмент" системаһы эше булдырылған ваҡыттан алып Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһында 548 640 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был һандар артында ҡала һәм район хакимиәттәренең, республиканың башҡарма власть органдарының, Республикаға идара итеү үҙәгенең команда эше күренә.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың ярты миллиондан ашыу мөрәжәғәтен эшкәрткән
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың ярты миллиондан ашыу мөрәжәғәтен эшкәрткән

“Радий Хәбиров етәкселек итеүенең тәүге көндәренән үк халыҡ менән кире бәйләнешкә ҙур әһәмиәт бирелә. Шуға ла республика чиновниктары күптән социаль селтәрҙәрҙә эш алып бара. Министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, муниципалитеттарҙың һәм етәкселәренең шәхси биттәре бар. Уларҙың эше республика Башлығы күрһәтмәһе тарафынан регламентланған”, - тине власть органдарының социаль селтәрҙәрҙәге эше тураһында төбәк Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская.

Дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәтен халыҡтан кире бәйләнешһеҙ төҙөү мөмкин түгел. Шуға ла кешене үҙәккә ҡуйыу бөгөн дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшенең төп йүнәлеше булып тора. Тап ошо чиновниктар эшмәкәрлегенең нигеҙе булырға тейеш, халыҡ өсөн уңайлы майҙансыҡтарҙа, социаль селтәрҙәрҙә уларҙың булыуы - аралашыуҙың мотлаҡ шарты. Был турала ҡалаларҙың үҫеше һәм трансформацияһы буйынса Рәсәй форумында “Диалог Төбәктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Вадим Никишин да белдерҙе. “Аҡыллы ҡала” форумы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, быйыл Мурманскиҙа ул 200 кешене бергә йыйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 14 июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин власть органдарының социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең рәсми биттәрен булдырыу тейешлеге тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был ҡанун барлыҡҡа килеүе – дәүләттең диджитал өлкәһендә һөҙөмтәле эшенең күрһәткесе. Шуны ла билдәләргә кәрәк, уны булдырыуҙа “Диалог” компанияһы ла ҡатнаша.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: