Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 16:37

Башҡортостан өлгө күрһәтә

Беҙҙең республиканан барған төҙөүселәр Петровское, Красный Луч ҡалаларында Украина хәрби көстәре утҡа тотҡандан һуң зыян күргән йорттарҙы, социаль объекттарҙы ремонтлай. 

Башҡортостан өлгө күрһәтә
Башҡортостан өлгө күрһәтә

Башҡортостандан килгән төҙөүселәр Петровское, Красный Луч ҡалаларында Украина хәрби көстәре утҡа тотҡандан һуң зыян күргән йорттарҙы, социаль объекттарҙы ремонтлай. Сергей Кириенко эш барышы менән танышты.

Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары генерал-майор Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте тергеҙеү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға саҡырҙы. Башта, эштәр ике йыл дауам итер, тип планлаштырылған.

С. Кириенко шулай уҡ “Сәләмәтлек поезы”ның эше менән танышҡан. Проектта эшләгән кардиолог, эндокринолог, ЛОР, күҙ табибы, УЗИ белгесенән торған медицина бригадаһы урындағы халыҡты ҡабул иткән. 

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: