Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2022, 15:10

Янғындан ҡотҡарыу өсөн балаларын һәм ҡатынын бишенсе ҡаттан ырғытҡан

Хафаланмағыҙ, улар барыһы ла иҫән-һау.

Бәләкәс балалары булған ғаилә күп ҡатлы йортта янғын тоҙағына эләгә. Яҡындарын ҡотҡарыу өсөн, ғаилә башлығына уларҙы бишенсе ҡаттағы тәҙрәнән ырғытырға тура килә.

Бәхеткә күрә, бәләнең шаһиттары тәҙрә төбөндә балаҫ әҙерләп өлгөрә. Әсә кеше һәм балалар ергә уңышлы төшә. Атай кеше ырғыған саҡта умыртҡа һөйәген ҡазалай, әммә тере ҡала һәм үҙен яҡшы тоя.

Видео Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш министрлығынан.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: