Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 17:22

Шағир Мөнир Иҡсанов Виктор Цойҙың йырҙарын башҡортсаға тәржемә итеп йыйынтыҡ сығарған

Йыйынтыҡҡа билдәле йырсының 19 йыры ингән. 

Шағир Мөнир Иҡсанов Виктор Цойҙың йырҙарын башҡортсаға тәржемә итеп йыйынтыҡ сығарған
Шағир Мөнир Иҡсанов Виктор Цойҙың йырҙарын башҡортсаға тәржемә итеп йыйынтыҡ сығарған

Учалынан шағир Мөнир Иҡсанов яратҡан йырсыһы Виктор Цойҙың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан йырсының ижадын һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Ул Цойҙың 19 йырын башҡортсаға тәржемәләгән. Улар айырым йыйынтыҡ булып донъя күрҙе. Йырҙарҙың аккордтары ла күрһәтелгән унда. 

Мөнир Иҡсанов, билдәле булыуынса, үҙе лә гитарала уйнай белә, музыка мәктәбенең гитара синыфын тамамлаған. 

- Йыйынтыҡ өҫтөндә бер йыл самаһы эшләнем. Иң ҡатмарлыһы шиғыр ритмын һаҡлап, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә зыян килтермәй тәржемә итеү булды. Тәржемә эшен бер нисә йыл элек, шағир Азамат Юлдашбаевтың тәҡдиме буйынса "Ҡощ юлы" республика бард-фестивале өсөн башлағайным, - ти ул. 

Мөнир Иҡсанов Учалы районының Миндәк ауылында йәшәй һәм ижад итә, урындағы мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыта. 2019 йылда ул «Йөрәк һүҙе» шиғри проекты версияһы буйынса "Йыл шағиры" исемен яуланы. 

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: