Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2022, 17:59

Өфөләге Евразия китапханаһында Ҡөрьәндең күсермәһе буласаҡ

БР хөкүмәтенең рәсми делегацияһы әлеге ваҡытта Үзбәкстан Республикаһында эш сәфәрендә. Уның сиктәрендә беренсе вице-премьер Азат Бадранов урындағы Диниә назараты әһелдәре менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Усман Ҡөрьәненең күсермәһен Өфөгә тапшырыу.

Өфөләге Евразия китапханаһында Ҡөрьәндең күсермәһе буласаҡ
Өфөләге Евразия китапханаһында Ҡөрьәндең күсермәһе буласаҡ

Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған боронғо ҡулъяҙма  Ташкентта Имам Хәҙрәт ансамбленә ингән Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана. Яҡынса килешеү буйынса Усман Ҡөрьәненең күсермәһен донъяға билдәле каллиграф Хәбибулла Сәлих ҡул менән яҙасаҡ һәм изге яҙма Өфөлә төҙөлөп ятҡан Евразия китапханаһында һаҡланасаҡ.  Хәбибулла Сәлих - донъяла боронғо һәм урта быуат ислам каллиграфияһы буйынса берҙән-бер белгес, мәсеттәрҙе реставрациялаусы һәм ислам динен өйрәнеү фәндәре профессоры. Билдәле Бохара мәҙрәсәһен тамамлаған.

Билдәле булыуынса, 1918 йылдың башында Усман Ҡөрьәне Бөтә Рәсәй мосолмандар советына тапшырыла һәм Өфөгә күсерелә. Баш ҡалабыҙҙа ул 1923 йылға тиклем һаҡлана. Шул йылдың июнь айында Өфөлә мосолман руханиҙарының съезы үтә, унда «Төркөстан Республикаһы талабы буйынса Төркөстан мосолмандарына Ғосмандың Изге Ҡөрьәнен тапшырыу тураһында»ғы мәсьәлә ҡарала. Был һорауҙы хәл итеү өсөн комиссия төҙөлә, уның етәксеһе итеп Ризаитдин Фәхретдин тәғәйенләнелә. Август айында Ҡөрьән махсус вагонда Ташкентҡа китә. Был хаҡта Ризаитдин Фәхретдиндың «Ғосман Ҡөрьәнен ҡайтарыу эше буйынса Сәмәрҡәндкә сәйәхәт тураһында» тип аталған мәҡәләһен уҡырға мөмкин.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: