Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2022, 15:41

Төркиәнән Камилә инәй туғандарын эҙләй

Бөгөн Төркиәләге "Ағиҙел" журналы күргәҙмәһен эҙләп Камилә тигән инәй килде.

Төркиәнән Камилә инәй туғандарын эҙләй
Төркиәнән Камилә инәй туғандарын эҙләй

Уның олатаһы Ибәтулла (бәлки Һибәтуллалыр) тигән башҡорт кешеһе булған, Өфө эргәһендәге генә бер ҡасабала тыуып-үҫкән. Рус-япон һуғышында әсир төшөп, һуңынан Төркиәгә килеп төпләнгән. 1970 йылдарҙа консуллыҡ аша Өфөгә ҡайтып туғандарын эҙләп килергә тырышҡан, әммә насип булмаған, хәҙер
ул мәрхүм инде. Камилә инәйгә кириллица яҙмаһын белмәһә лә "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарын бүләк иттем, ҡыуанып ҡабул итте, ҡыҙыма күрһәтәм тип стендыбыҙҙы ла фотоға төшөрөп алды.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: