Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2022, 17:40

“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү

Сәсмәүер оҫтаһы, яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың “Йән” романын журнал уҡыусыларыбыҙ яратып һәм ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Июнь һанында мауыҡтырғыс әҫәрҙең аҙағы бирелә. “Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында шулай уҡ Зөһрә Бураҡаеваның “Айҙың ҡараңғы яғы”, Фәриха Вәлиуллинаның “Маңлайҙағы яҙыу” хикәйәләре тәҡдим ителә.

“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү

Сәсмәүер оҫтаһы, яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың “Йән” романын журнал уҡыусыларыбыҙ яратып һәм ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Июнь һанында мауыҡтырғыс әҫәрҙең аҙағы бирелә.

“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында шулай уҡ Зөһрә Бураҡаеваның “Айҙың ҡараңғы яғы”, Фәриха Вәлиуллинаның “Маңлайҙағы яҙыу” хикәйәләре тәҡдим ителә.

Журналдың был һанында Гөлнара Хәлфетдинованың башҡорт шағирәһе, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова менән әңгәмәһе лә урын ала.

Әҙәбиәт белгесе, ғалим Зәки Әлибаевтың “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһындағы мәҡәләһе “Намаҙлығы – тыуған тупрағы” тип атала.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаевтың “Өфө урамында илап... тороп ҡалды бала сағым” тигән хәтирәләрен уҡығанда тыныс ҡала алмайһың, тәрән тетрәнеүҙәр кисерәһең...

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Факил Дилмөхәмәтов “Бейеклектәр иңләгән башҡорт бөркөтө йәки 24 Герой әҙерләгән майор хаҡында” мәҡәләһендә башҡорттарҙан тәүге осоусы Ғәлимйән Ишмырҙиндың тормошо хаҡында бәйән итә.

Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары (Әлиә Саматова, Гөлнар Асҡарова, Хәлиҙә Бакирова, Әнисә Зарипова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Фәриҙә Мәхмүтова, Рәсимә Сәйетғәлина, Мөнирә Сәлимйәнова, Рәсимә Сәлихова, Зөлфирә Сөләймәнова, Жөмәҙиә Хәйруллина, Альбина Хәйретдинова, Рәфиға Ғәлиуллина) серле ижад донъяһына саҡыра.

Был һанда ла ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә. Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның “Башҡаларға бал эләкһен өсөн” тигән хәтирәһе лә бик ҡыҙыҡлы.

“Журнал уҡыусылар ижады” рубрикаһында Рәмил Ғимрани, Рәйлә Хисмәтуллина әҫәрҙәре менән таныша алаһығыҙ.

Яҙҙар үтеп, йәйҙәр ҙә етә. Миҙгелдәр алмашына тора, әммә рухи ҡиммәттәр үҙгәрмәй... Һеҙ тоғро ҡалған “Ағиҙел” журналы ла рухи донъяға нур, яҡтылыҡ һирпеп, яҙыусыларҙың әле генә йылы ҡәләменән сыҡҡан әҫәрҙәре менән таныштыра бара, берсә тарихҡа күҙ һалып, берсә көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғатып, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә юл яра.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: