Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, “мәғлүмәт көрәше” осоронда киң мәғлүмәт баҫмалары вәкилдәре оло яуаплылыҡ тойоп эш итергә тейеш.
- Беҙҙә 90-сы йылдарҙың әсе тәжрибәһе бар: ҡасандыр ҡеүәтле ил ҡапыл өлөштәргә бүлгеләнә башланы, - тине ул. – Был бик аяныслы булды.
Тарихсы билдәләүенсә, әлеге ваҡыттағы төп бурыс – берҙәм мәғлүмәт платформаһы булдырып, киң мәғлүмәт сараларының һәр яҡлап әһәмиәтен арттырыу.