Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2022, 16:18

«Ҡалын баҫмалар милләттең күңелен, рухын сағылдыра»

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя ҡоролтайының башланғысы менән Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын» форумы үтә. Быйыл ул «Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында» темаһына арналды.

«Ҡалын баҫмалар милләттең күңелен, рухын сағылдыра»
«Ҡалын баҫмалар милләттең күңелен, рухын сағылдыра»

«Медиайыйын»дың һигеҙ майҙансығы иҫәбендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Милли киң мәғлүмәт саралары яңы саҡырыуҙар шарттарында» темаһы буйынса фекер алышыу уҙғарҙы. Майҙансыҡҡа республика милли киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре йыйылды. Башҡорт, татар, сыуаш, мари журналистары тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Һөҙөмтәлә йәмғиәттә илһөйәрлек булдырыуға йүнәлтелгән Милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү концепцияһы эшләнәсәк.

Даими сығып торған ҡалын баҫмаларҙың, әҙәби журналдарҙың йәмғиәттәге роле һәм урыны тураһында прозаик, драматург. Шағир, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин сығыш яһаны. «Ҡалын баҫмаларҙың роле үҙгәрешһеҙ ҡала: улар милләттең күңелен, рухын сағылдыра, йәмғиәттең аңын, мәҙәниәтен формалаштыра. Уҡыусылар аудиторияһы ла шул килеш ҡала – зыялылар. Ҡалын журналдың нигеҙен бер ниндәй технологиялар ярҙамында ла алмаштырып булмайҙыр. Ул һәр саҡ белемгә ынтылған, ижадты яратҡан кешеләр ҡулында ҡаласаҡ», – тине Мөнир Сәхиулла улы.

Ул шулай уҡ ҡалын журналдарҙың үҙ уҡыусыһын табыу мөһимлегенә, был йәһәттән киң аудиторияның арзан ихтыяждары артынан «йүгереү» кәрәкмәгәнлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. «Ҡара» мәғлүмәттән нисек ҡасырға? Әҙәбиәтсенең фекеренсә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ошо насар хәбәрҙәрҙең йәмғиәткә кире йоғонто яһауын күрһәтеү аша ғына мөмкин.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғлүмәт хеҙмәте.

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: