Алексей Львович бөгөнгө шарттарҙа мәғлүмәт алыу үҙенсәлектәре тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Әгәр элек беҙ мәғлүмәтте башлыса һүрәттәр, текст аша алһаҡ, 2.0 селтәре һәм социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килеү менән мәғлүмәт ағымы даръя, хатта йыһан тиклемгә әйләнде. Хәҙер мәғлүмәт һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына, - алына тип билдәләне ул.
Ошондай шарттарҙа дөрөҫтө ялғандан айырыу, кәрәкле, мөһим мәғлүмәтте файҙаһыҙынан айырыу бик мөһим. Спикер айырым миҫалдар ярҙамында мәғлүмәттең дөрөҫ йәки ялған булыуын раҫлау, асыҡлау алымдарына туҡталды.