Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2022, 14:40

"Ағиҙел" Төркиәлә журналдар йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ

Анкараның һәм Төркиәнең журналдар ассоциацияһы быйыл инде 11-се тапҡыр Халыҡ-ара журналдар күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Быйыл ул 8-12 июндә Стамбул ҡалаһында уҙғарыласаҡ.

"Ағиҙел" Төркиәлә журналдар йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ
"Ағиҙел" Төркиәлә журналдар йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ

Бөтә донъя коммуникаторҙар ассоциацияһы президенты Шәмсетдин бей Күсәджинең әйтеүенсә, был күргәҙмә-йәрминкә донъялағы шулай күп баҫмалар ҡатнашҡан һәм оҙайлы ваҡыт даими ойошторолоп килгән иң тәүге һәм иң ҙур күргәҙмә һанала. Быйыл унда Төркиәнең 400 журналынан тыш, донъяның төрлө илдәренән эшмәкәрлеге донъя мәҙәниәте өсөн әһәмиәтле тип табылған 50 журнал ҡатнаша. Йәрминкә барышында төрлө тарафтарҙан йыйылған журналистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, заманса тенденциялар хаҡында лекциялар һәм башҡа саралар ҙа ҡаралған.
Ошо оло форумға башҡорт телле журналдарҙың (“Ағиҙел”, “Ватандаш”) да саҡырылыуы үҙе үк ҙур ғорурлыҡ уята. Бигерәк тә “Ағиҙел”ебеҙҙең үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан төрки донъяһы мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән баҫмалар рәтендә каталогка инеүе редакция өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: